+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
7 Июнь 2023, 16:08

Туймазыларҙы еңеү менән ҡотлайбыҙ!

Йылайыр районында Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың республика конкурсы уҙҙы.

Конкурста Туймазы районынан «Аҡбуҙат» ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе Руслан Биктимеров) ҡатнашты.

Беҙҙең ҡурайсылар I дәрәжә лауреаттары булды!

Туймазы балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы Радмир Ғүмәров та I дәрәжә лауреаты исеменә лайыҡ булды.

Туймазы музыка мәктәбен тамамлаған, әле Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенты Рушана Әбсәләмова ҡыл-ҡумыҙ буйынса башҡарыусылар араһында иң яҡшыһы тип танылды.

башҡарыусыларыбыҙҙы еңеү менән ҡотлайбыҙ! Артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: