-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
7 Июнь 2023, 14:39

Туймазыла Рәсәйҙең иң яҡшы уҡыусыларының береһе йәшәй!

Ул - Милена Ғиниәтуллина. Ул 2-се мәктәптең 8-се класын тамамлаған.

Милена Ҡаҙанда «Рәсәй уҡыусыһы 2023» бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашты.

Жюри Рәсәйҙең 28 уҡыусыһының уҡыуҙағы ҡаҙаныштарын, шулай уҡ уларҙың ижтимағи, мәҙәни һәм спорт ҡаҙаныштарын баһаланы.

Милена Башҡортостанды лайыҡлы танытты - өлкән йәш уҡыусылар категорияһында «Рәсәйҙең 3-сө уҡыусыһы» исеменә лайыҡ булды, Гран-при яуланы һәм «Бөтә халыҡ гүзәле» исеменә лайыҡ булды, шулай уҡ «Рәсәйҙең иң яҡшы милли кейеме» конкурсында еңде.

Миланға артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: