+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
29 Май 2023, 11:28

Туймазынан СВО-ла ҡатнашыусы генерал Шайморатов ордены менән наградланды

Ошо көндәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров геройға генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.

Туймазы районының Ҡандра ауылынан 46 йәшлек Айҙар Ғ. өс хәрби бәрелештә ҡатнашҡан, өс тапҡыр яраланған. Батырлыҡ ордены, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Ул мәктәптән армияла хеҙмәт итергә әҙерләнгән, дзюдо менән шөғөлләнгән. Армиянан һуң полицияла, нефть тармағында эшләй. 17 йыл элек ата-әсәһе йәшәгән тыуған ауылына ҡайтҡан. Бәләкәй бизнес алып барған. 2014 йылдан ул - Донбаста. 2015 йылдан ул «Вагнер»-ҙар составында һуғышты. Һуңынан Сүриәлә командировкала булды. Бер нисә уңышлы операция өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.

Ике йыл элек уны «Редут» хосуси хәрби компания сафына саҡырҙылар. Айҙарҙың ғүмере тағы ла йоҡоһоҙ төндәр, һөжүмдәр һәм артиллерия уты менән тулды. Яугир махсус хәрби операцияны водитель-санитар вазифаһында ҡаршы алды. Яраланыусыларға ашығыс медицина ярҙамы күрһәтә, уларҙы эвакуация пункттарына оҙата.

- Артналеттан һуң бер нисә яугир яралана, - ти Айҙар Ғәли улы. – Улар янына барабыҙ, ә атыу дауам итә! «Буханка»ға 12 яралыны тейәнек. Соҡорҙарҙы урап үтәм, ә аңымда бер уй: туҡтап ҡалмаҫҡа. Тәғәйенләнгән урынға барып еткәс, тәгәрмәстең тыны сыҡҡаны асыҡланды. «УАЗик» борттары рәшәткәне хәтерләтә мне. Ләкин иң мөһиме - яралыларҙы алып барып еткерҙек.

Былтыр апрелдә һалдат яу зонаһынан өйөнә әйләнеп ҡайта. Ә ноябрҙә Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйя һәм яңынан СВО зонаһына юллана. Орудие расчеты менән командалыҡ итә. Яралана. Әле ул өйҙә. Яңыраҡ өйләнгән.

- Яуҙға кире бараммы – яралар төҙәләгс билдәле буласаҡ, - ти әлегә ҡултыҡ таяҡтары менән йөрөгән яугир. - Табиптар рөхсәт итһә, йәнә СВО зонаһына барам.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: