+11 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Благовар районында ҡурҡыныс фажиғәлә дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө

Кисә төндә Благовар районының Иҫке Күсәрбай ауылында ҡурҡыныс фажиғә теркәлде: янғында дүрт кешенең, шул иҫәптән 16 йәшлек үҫмерҙең ғүмере өҙөлдө.

Благовар районында ҡурҡыныс фажиғәлә дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө
Благовар районында ҡурҡыныс фажиғәлә дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө

Йылы көндәр етеү менән шәхси йорттарҙа йәшәүселәрҙең күбеһе мансардаларҙа, верандаларҙа һәм йәйге өйҙәрҙә ҡуна. Өйҙә генә түгел, "йәйге йоҡо бүлмәләрендә" янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһын ҡуйыуы мөһим! Уларҙың хаҡы ҙур түгел, ләкин был ҡоролмал янғын ваҡытында ҡотолоу мөмкинлеге бирә.

Түбәндәге ҡурҡыныс кадрҙарға ҡарағыҙ һәм йортоғоҙҙо, мөлкәтегеҙҙе һаҡлап ҡалыу мөмкинлеге күпме тора алғаны хаҡында уйланығыҙ. Фажиғәнән ҡотолоп була тип әйтһәгеҙ, һеҙ ниндәй хаҡ түләргә әҙер? Кисектермәгеҙ, иртәгә - һуң булыуы ихтимал! Янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡоролма ҡуйығыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Благовар районында ҡурҡыныс фажиғәлә дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө
Благовар районында ҡурҡыныс фажиғәлә дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө
Благовар районында ҡурҡыныс фажиғәлә дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас в