+11 °С
Болотло
Асыҡланмаған водитель «Уҙыу тыйылған» билдәһен уҙып киткәндә ҡаршы юлға сыҡҡан. Ҡаршыға килгән «Тойота» машинаһы водителе уның менән бәрелешмәҫкә маташып, ҡаршы юлға сыҡҡан. Шул мәлдә ул MAN йөк машинаһына бәрелгән. Еңел машина водителе һәм уның пассажиры йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.
Юлдарҙағы хәл тураһында күберәк яңылыҡтар - Туймазы ЮХХДИ-ның «Бәйләнештә»ге госпаблик төркөмөндә.