+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
22 Май 2023, 12:40

Туймазы районында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, биш кеше дауаханала ята

21 майҙа иртәнге 7-се яртылар тирәһендә Туймазы районының Түбәнге Троицк ауылында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.

ВАЗ-21099 автомобиле водителе идара итеү һәләтен юғалтҡан, машина кюветҡа осҡан һәм әйләнгән. 25 йәшлек водитель һәм уның дүрт пассажиры: 19 һәм 25 йәшлек ир, 17 һәм 27 йәшлек ҡатындар төрлө йәрәхәттәр менән район дауаханаһына оҙатылған.

Былтыр был водителде 6 тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылғаны билдәле. Юл-транспорт ваҡиғаһы мәлендә автомобиль дәүләт номерҙарһыҙ була.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: