+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
19 Май 2023, 14:01

Туймазыла ҡатын-ҡыҙ водитель ҡоймаға бәрелгән

Алкотест ҡатындың иҫерткес эсемлектәр эскәнен күрһәткән.

Туймазының Горький урамында Лада машинаһы менән идара иткән 33 йәшлек ҡатын юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәпсе булған. Ул юлдан төшөп кәртәгә бәрелгән.

Алкотест ыңғай һөҙөмтә күрһәткән (0,930 мг/л), ләкин ҡатын ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә пиртлы эсемлекте юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң эскәнен әйткән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң водителдәргә мотлаҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк. Ваҡиға урынынан ситкә китергә һәм алкоголь ҡулланырға ярамай. Бындай ҡылыҡ өсөн яза иҫерек килеш машина йөрөткән өсөн штрафҡа тиң.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: