+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
18 Май 2023, 17:08

Ришат Төхвәтуллин Ҡарамалы-Ғөбәйҙә ирекмәндәр алдында йырланы

Башҡортостан Республикаһының һәм Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы Ришат Төхвәтуллин - сығышы менән Туймазы районынан - һәм уның хәләл ефете Әлиә Ҡарасурина Ришаттың тыуған ауылына ҡайттылар.

Ҡарамалы- Ғөбәй ауыланда танылған йырсы маскировка селтәрҙәре үргән ауылдаштары өсөн концерт ойошторған. Шунда уҡ мәктәп уҡыусыларын һәм уҡытыусыларҙы саҡырҙылар.

Ҡарамалы-Ғөбәй ауылында маскировка селтәрҙәрен үреү пункты уҙған йылдың ноябрендә асылды. Инициатив төркөмгә 34 ҡатын-ҡыҙ инә, башлыса, пенсионерҙар.. Ришат ирекмәндәр менән һөйләште, селтәр үреү өсөн уларға нимә кәрәклеген һораны. Улар һөйләүенсә, элегерәк материалды үҙ аҡсаһына һатып алғандар, хәҙер иһә уларға «Маскита» ирекмәндәр клубы ярҙам итә.

 - Селтәрҙәр үреү өсөн бында һәр буш минут һайын киләләр, - тине ауылдаштары тураһында йырсы. - 91 ау үргәндәр ҙә инде! Әсәйем клубта художество етәксеһе булып эшләй һәм ул ирекмән дә. Яңыраҡ башҡа ҡатын-ҡыҙҙар менән бергәләп окоп шәмдәре эшләгән ине. Беҙҙең ауыл биләмәһенән СВО зонаһына бер нисә кеше оҙатылды. Бөтәһе лә иҫән әйләнеп ҡайтһын!

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: