+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
18 Май 2023, 16:43

Элвин Грейҙың 4 йәшлек һеңлеһе Туймазыла шиғыр һөйләүселәр конкурсы лауреаты булды

Конкурс драматургтар, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Әнғәм Атнабаевтың һәм Назар Нәжмиҙең, Татарстандың халыҡ шағиры, йырсы Илдар Юзеевтың юбилейҙарына арналды.

Конкурс онлайн уҙғарылды. Унда 150-нән ашыу кеше ҡатнашты. Улар конкурсҡа сығыштарҙың яҙмаларын ебәргән, унда башҡорт, рус һәм татар телдәрендә билдәле авторҙарҙың шиғырҙарын уҡыған һәм уларҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы башҡарған. Конкурсҡа ике номинация буйынса йомғаҡ яһалды. «Әҙәби ижад» номинацияһында Салауаттан Вадим Шәфиев Гран-при яуланы. «Музыкаль ижад» номинацияһында - Саҡмағош районынан Гүзәл Табишева.

Еңеүселәр һәм призерҙар Туймазы дәүләт татар драма театрында гала-концертта сығыш яһаны. Гала-концертта Өфөнән 4 йәшлек Йәсмин Юлъяҡшина ҡатнашты. Ул Әнғәм Атнабаевтың шиғырын уҡып ишеттерҙе һәм «Әҙәби ижад» номинацияһында лауреат исемен алды. Бала «Нур» театры ҡарамағындағы балалар студияһында шөғөлләнә: вокал, хореография, телмәр техникаһы, актерлыҡ оҫталығы буйынса дәрестәргә йөрөй. Йәсмин - билдәле йырсы Радик Юлъяҡшиндың һеңлеһе.

Туймазы районынан бәйгелә 35 шиғыр һөйләүсе, 18 вокалсы һәм 4 ансамбль ҡатнашты. Лауреаттар иҫәбендә - Кәкребаш мәктәбенән 11 йәшлек Умар Хәсәнов.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: