+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
12 Май 2023, 15:36

Туймазыла поезд ҡыҙҙы бәрҙергән

Фажиғәле осраҡ кисә көндөҙ теркәлгән.

Туймазы тимер юлы станцияһы янында пассажир поезы бер ҡыҙҙы үлемесле йәрәхәтләгән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һәләк булған ҡыҙға ни бары 21 йәш  булған. Ул ярамаған урындан юл аша сығып барған. Машинист поезды туҡтатып өлгөрмәгән, тип хәбәр ителә.

Әле фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бер ай самаһы элек Туймазыла 34 йәшлек һаңғырау ҡатын менән ошондай осраҡ булған.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: