+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
12 Май 2023, 15:42

Башҡортостанда яңы Хатико барлыҡҡа килде

Эт аҙнанан ашыу үҙенең хужаһын дауахана янында көтә.

Өфөләге кардиоүҙәк янында бер нисә көн буйына эт дежурҙа тора.

Шаһиттар хәбәр итеүенсә, ул ашығыс ярҙам машинаһы артынан йүгергән. Ашығыс ярҙам менән килтерелгән ир дауаханаға оҙатылған.

Этте дауахана хеҙмәткәрҙәре ашата. Үҙен һыйпатырға ирек бирмәй, әммә килтерелгән ризыҡты яйлап ашай.

Табиптар уға «Хатико» тип өндәшә.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: