+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
11 Май 2023, 13:15

Туймазынан фермер СВО зонаһында һәләк булған яугирҙарҙың өй алды участкаларында ағастар ултыртты

«Руслан баҡсалары» ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Руслан Тимершин үҙенең проектын тормошҡа ашыра.

«Руслан баҡсалары» ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Руслан Тимершин ғәҙәти булмаған проектты тормошҡа ашыра: СВО-ла һәләк булған туймазылар иҫтәлегенә уларҙың йорт яны участкаларына алмалар ултырта.

Емеш-еләк ағастары Собханғол, Үрге Сәрҙек, Ҡаран-Бишенде ауылдарында ултыртылған да инде.

- Һәләк булған яугирҙарҙың балалары, ата-әсәләре һәм ҡатындары менән ағастар ултырттыҡ, - ти Тимершин. - Эш өҫтөндә улар яҡындарының ябай тыныс тормошта нисек булғанын хәтергә төшөрҙө: ярҙамсыл, хәстәрлекле, яратыусан... Ағастар һәләк булған һалдаттар һәм офицерҙар тураһында яҡты иҫтәлек булыр тип ышанам.

Үҫентеләрҙе фермер үҙенең фермер хужалығынан килтерә. Улар ҡышҡа сыҙамлы һәм киләһе йылда емеш бирә башлай.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: