+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
11 Май 2023, 11:06

Туймазы районының ҙур булмаған ауылында хәтер уты ҡабыҙҙылар

9 майҙа Туймазы районы Йүкәле шишмә ауылында Еңеү көнөн билдәләнеләр.

80 йыл элек 70 йорт иҫәпләнгән ҙур булмаған ауылдан 42 яугир фронтҡа китә. Уларҙың 22-һе яраланып ҡайтҡан. 90-сы йылдар башында уларҙың батырлығы иҫтәлегенә ауылда һәйкәл төҙөлгән. Һәйкәлде төҙөүҙә ошо ауылда тыуған Мәүлит Гәрәй улы Яҡупов ярҙам иткән. 2019 йылда урындағы халыҡ һәм Йүкәле шишмә халҡы аҡсаһына обелиск яңыртылды һәм унда тыныс күк өсөн көрәшеүселәрҙең фамилиялары яҙылған табличкалар ҡуйылды. Шул уҡ йылда һәйкәл янында тәүге тапҡыр хәтер уты ҡабынды, уның өсөн тимер йондоҙҙо Альберт Хәйруллин эшләне. Әлеге ваҡытта ауылда 40 ихата бар. Йыл һайын унда йәшәүселәр ҡар ирегәндән һуң урындағы зыяратты, һәйкәл биләмәһен тәртипкә килтерә. Иҫке ағастарҙы киҫеп, сүп-сар йыялар.

9 майҙа ауыл халҡы һәйкәлгә атай-олатайҙарының портреттарын алып бара, сәскәләр һала. Байрам алдынан ағастар һәм сәскәләр ултыртыла. Быйыл Еңеү көнөндә концерт программаһы ойошторолдо, һуғыш йылдары йырҙары һәм шиғырҙар яңғыраны.

Фәнис һәм Альберт Сәйфуллиндар йыл һайын ауылдың иң бейек нөктәһендә Еңеү байрағын мендерә. Быйыл да шулай булды.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: