+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
24 Март 2023, 10:22

Октябрьский ҡалаһында 23 йәшлек иҫерек водитель йәйәүлене бәрҙергән.

Ҡатын иҫән ҡалмаған.

Октябрьскийҙа иҫерек водитель йәйәүлене бәрҙергән.
Был хаҡта Башҡортостандың ЮХХДИ башлығы Владимир Севастьянов хәбәр итте. 23 мартта кискеһен Яңы Ауыл урамында 23 йәшлек ВАЗ-2114 водителе 33 йәшлек ҡатынды бәрҙергән. Фараздар буйынса, ҡатын ярамаған урындан юл аша сығып барған. Зыян күргән ҡатын урындағы дауаханаға оҙатылған, ләкин табиптар уны ҡотҡара алмаған. Водитель иҫерек булған.
Юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса тикшереү алып барыла.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: