+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
24 Март 2023, 10:31

Бөгөн, 24 мартта, Октябрьский ҡалаһы халҡы хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Дубинин Константин менән хушлаша

 Уға 33 йәш ине.

 Хушлашыу сараһы Еңеү паркында үтәсәк. Көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.

Дубинин Константин Андреевич Октябрьскийҙа тыуған һәм үҫкән. 4-се башҡорт гимназияһында, һуңынан Октябрьский коммуналь-төҙөлөш колледжында уҡыған. «НПП БАСЭТ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте предприятиеһында механик йыйыу слесары булып эшләй.

Константин контракт буйынса төрлө вазифаларҙа хеҙмәт иткән. «Кавказдағы хеҙмәт өсөн» билдәһе менән бүләкләнгән.

Ул 9 мартта хәрби бурысын үтәгәндә яраланып, һәләк була. Хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Дубинин Константин үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградлана.

Ватан Геройҙары беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ!

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: