+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
6 Февраль 2023, 11:04

Туймазыла музейҙа ғәҙәти булмаған картиналар күргәҙмәһе асылды

Авторҙың эштәре 3-Д картинаны хәтерләтә.

Туймазы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Радик Үмәрғәлиндың һынлы сәнғәтен һәм скульптуралар күргәҙмәһе асылды. Авторҙың эштәре 3-Д картинаны хәтерләтә. Улар бер юлы бер нисә техниканы: һүрәт төшөрөү, панно һәм барельефты файҙаланып эшләнгән.

Радик Үмәрғәлин 1984 йылда Ишембайҙа тыуған. Стәрлетамаҡ педагогия колледжының художество бүлеген тамамлаған. Ул Башҡортостандың эҙәрмәндәр хәрәкәте ағзаһы.

Был талантлы рәссамдың тәүге күргәҙмәһе түгел. Элегерәк уның эштәре Шаран ауылы музейҙарында, Өфө һәм Октябрьский ҡалаларында күргәҙмәгә ҡуйылғайны.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: