-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
2 Февраль 2023, 11:56

Туймазыла Камил Йыһаншин менән уҡыусылар конференция үтте

 4-се ҡала моделле китапханаһында Башҡортостан Республикаһында Кесе Ватан өсөн файҙалы эштәр йылын асыу сиктәрендә Камил Йыһаншиндың «Хождение к Студеному морю» китабы буйынса конференция үтте.

Сарала студенттар, мәктәп уҡыусылары, китапханасылар ҡатнашты. Конференцияла китап авторы - Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Президентының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге премияһы лауреаты һәм бик күп әҙәби премиялар лауреаты Камил Фәрухшан улы Йыһаншин ҡатнашты.

«Хождение к Студеному морю» романы уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Роман ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Рәсәйҙең өс әҙәби премияһын алды.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: