+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
1 Февраль 2023, 10:58

Туймазыла автоледи парктағы яҡтыртҡысты бәрҙергән һәм ҡасҡан

Кисә иртәнсәк Туймазыла үҙәк ҡала паркына ингән ерҙә Геройҙар аллеяһы яғынан ингәндә күңелһеҙ күренеш күрергә тура килде: тротуар буйлап йөрөүҙе ҡаплаған тумба урынынан ҡуҙғатылған, ерҙә яҡтыртҡыс бағанаһы ята.

Юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепле кешене табырға видеокүҙәтеү системаһы ярҙам иткән.

- Видеокамераларҙан Геройҙар аллеяһы яғынан паркка ««LADA XRAY»» маркалы автомобилдең инеп сығыуы, аллея буйлап үтеүе, яҡтыртҡысты бәрҙереп, сығып ҡасыуы күренә, - тип һөйләне парк директоры Дмитрий Ващук. - Бәхеткә күрә, йәйәүлеләрҙең береһе лә зыян күрмәгән. Полиция хеҙмәткәрҙәре видеокамералар яҙмалары буйынса ғәйеплене асыҡлаған. Ул 35 йәшлек Туймазыла йәшәгән ҡатын булып сыҡҡан.

Административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш ҡуҙғатылған. Судҡа тиклемге дәғүә сиктәрендә ҡатынға ҡалаға 16 мең һум күләмендәге зыянды ҡапларға тура киләсәк. Бынан тыш, уны юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штраф көтә.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: