+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
30 Ғинуар 2023, 12:30

Туймазыла йәшәүселәр бер-береһенә шахтерҙар фәрештә һынын табҡандар тигән ялған видеояҙма ебәрә

Сенсацион яңылыҡ шаярыу ғына булып сыҡты.

Бына бер нисә көн инде туймазылар мессенджерҙарҙа фәрештә һыны төшөрөлгән видеороликты бер-береһенә ебәрә.

Видео авторы сенсацион табышты Приамурье буйында шахтерҙар ҡаҙып алған тип раҫлай. Ир кеше тулҡынланып табыш тураһында һөйләй.

Видеояҙма тәүҙә Амур өлкәһендә һәм Яҡутстанда йәшәүселәр араһында таралған, хәҙер Туймазыға ла килеп етте.

Әммә, асыҡланыуынса, бында бер ниндәй ҙә сенсация булмаған. Эльгин күмер комплексының матбуғат секретары Ирина Кичигина һүҙҙәренсә, был һын оҙаҡ ваҡыт вахта ҡасабаһында хужаһыҙ ятҡан. Видео төшөргән комплекс хеҙмәткәрҙәре иһә шулай шаяртҡан ғына.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: