-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
30 Ғинуар 2023, 11:42

Туймазыла Уҡытыусы һәм остаз йылы асылды

Сараны Туймазы районының ижади коллективтары ҡатнашлығындағы байрам концерты биҙәне.

Уҡытыусы һәм остаз йылын асыу тантанаһы Балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайында үтте.

Сарала уҡытыусылар, өҫтәмә белем биреү педагогтары, уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре ҡатнашты. Уларға район хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Подоприхин мөрәжәғәт итте.

- Туймазы районында меңдән ашыу ғәҙәти булмаған, ижади, үҙ һөнәренә тоғро уҡытыусылар эшләй, - тине ул. - Шуға ла райондың дөйөм һәм урта махсус белем биреү учреждениелары төбәктә иң яҡшылар иҫәбенә инә, бай тарихҡа, данлы традицияларға эйә. Был традицияларҙы, бай педагогик тәжрибәне беҙ артабан да үҫтерәсәкбеҙ.

Сергей Анатольевич иң яҡшы уҡытыусыларға Туймазы районы хакимиәтенең почет грамоталарын тапшырҙы.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: