-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
27 Ғинуар 2023, 14:35

Туймазыла Шайморатов исемендәге батальон яугирҙары уҡыусыларға һәм эшҡыуарҙарға посылкалар өсөн рәхмәт белдерҙе

Туймазыла 2-се мәктәптә Шайморатов исемендәге батальон яугирҙарының уҡыусылар менән осрашыуы ойошторолдо.

Бындай башланғыс менән 7 Г класс етәксеһе Рәмил Шәрәпов һәм бер уҡыусының әсәһе Наталья Сафиуллина сығыш яһаны.

Ата-әсәләр-балалар йыйылышына «Сәлим» һәм «Әли» позывнойҙарындағы яугирҙар килде. Уларҙың берәүһе ошо уҡ мәктәптә уҡыған.

Балалар хәрби операцияға ҡағылышлы һорауҙарға яуаптар, спорт менән шөғөлләнеү, ололарға ихтирамлы ҡарау, бер-береһенә кешелеклелек күрһәтеү ьураһында һөйләште. «Әли» барыһына ла гуманитар ярҙам күрһәткәндәре, балаларҙың һалдаттарға яҙған хаттары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Эшҡыуарҙар Радик Кәһировҡа һәм Дамир Әхмәтйәновҡа ла рәхмәтен еткерҙе. Улар ҙа яугирҙәргә кәрәкле посылкалар ебәреүгә үҙ өлөшөн индерҙе.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: