+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
27 Ғинуар 2023, 15:46

Бөгөн Шаранда яңы магазин асылды – алмалар 10 минутта һатылып бөттө

Бөгөн "Шаран продукттары" магазины асылды. Уның төп бурысы - урындағы ауыл хужалығы эшҡыуарлығын дәртләндереү һәм үҫтереү.

Урында етештерелгән бөтә тауарҙар йыйыласаҡ нөктәнең булыуы халыҡ өсөн бик уңайлы һәм көнүҙәк, тип иҫәпләй район хакимиәте башлығы Фида Ишемғолов.

  • Мин дә һатып алыусыларҙан ситтә ҡалманым һәм һөт ризыҡтары, йомортҡа, билмән, алма һатып алдым. Картуфҡа аҙаҡ машинала киләм.

Әйткәндәй,  районда үҫкән алманы тәүге 10 минутта уҡ һатып алдып бөттөләр, шуға өлгөрмәгәндәргә киләһе уңышты көтөргә тура киләсәк. Олег Димитриев быйыл алманы тағы ла күберәк үҫтерергә вәғәҙә итте.

Бында мотлаҡ Шаран ер еләге һәм Шаран һыу ятҡылыҡтарынан балыҡ һатылырға тейеш, - тип билдәләне ра            он етәксеһе.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: