+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
26 Ғинуар 2023, 15:57

Туймазы районында бер ир янып үлгән

Ғәҙәттән тыш хәл Үрге Троицк ауыл советының Майское ауылында булған

Шаршамбы төндә Үрге Троицк ауыл советының Майское ауылында ағас мунса янған. Ваҡиға урынына Туймазынан һәм Серафимовка ауылынан килгән янғын һүндереүселәр 66 йәшлек ирҙең кәүҙәһен тапҡан.

Шаһиттар әйтеүенсә, ир ғаиләһе менән Серафимовка ауылында йәшәгән, ә Майскийҙа, атаһының йорто ихатаһында, ул яңы бина төҙөгән. Мунса ваҡытлыса торлаҡ итеп йыһазландырылды.

Янғын сәбәбе асыҡлана.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: