+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
23 Ғинуар 2023, 10:02

Туймазы медицина колледжы Октябрьский ҡалаһында филиалын асты

Унда «Шәфҡәт туташы эше» белгеслеге буйынса 50 студент уҡый. 2024 йылға уларҙың һаны 200-гә тиклем артасаҡ.

Октябрьскийҙа медицина колледжы бинаһында капиталь ремонт үтте. Видеокүҙәтеү системаһы монтажланған, янғын сигнализацияһы ҡуйылған. Мебель, компьютер техникаһы, интерактив панель, телевизор һәм проекция экраны һатып алынды. Уҡыу бүлмәләре манекендар, симуляторҙар, тренажерҙар менән йыһазландырылған. Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин һүҙҙәренсә, республика 2000-дән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пунктын һаҡлап ҡалған, һуңғы йылдарҙа уларҙы этаплап алмаштырыу, ремонтлау һәм яңы пункттар төҙөү бара.

«Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттарына белгестәр кәрәк, ә ул тәү сиратта медицина колледждарын тамамлаусылар. Беҙҙең медицина учреждениелары урта медицина персоналына мохтаж», - тип яҙҙы ул социаль селтәрҙә.

Туймазы медицина колледжының филиалын асыу «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: