+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
23 Ғинуар 2023, 10:41

Шаран районы хакимиәте башлығы мобилизацияланғандар менән осрашты

Улар ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға тыуған районына ҡайтҡан.

- Уларҙы ҙур булмаған төркөмдәр менән сиратлап өйөнә ҡайтарасаҡтар. Беҙ армия көнкүреше тураһында һөйләштек. Бөтә шаранлылар иҫән-һау. Улар кейем, әйберҙәр һәм аҙыҡ-түлек менән ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерә. Ләкин өҫтәмә ярҙамдан баш тартмаясаҡтар. Хәҙер уларға сысҡандарҙы ҡурҡытыу өсөн ультразвук аппаратарры, төрлө инструменттар һәм хужалыҡ тауарҙары, термокейем, мунса таштары кәрәк.

Теләгән һәр кем Йәштәр үҙәгендә посылкалар йәки әйберҙәр ҡалдырып йәки Салауат Хөсәйенов етәкләгән Шаран районы хәйриә фонды иҫәбенә аҡса күсереп ярҙам күрһәтә ала. Яугирҙәребеҙгә уңыштар теләнем. Мотлаҡ тағы күрешербеҙ, - тип яҙған Фидан Ишемғолов.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: