+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
23 Ғинуар 2023, 10:29

«Мине өйгә алып ҡайт»

Октябрьскийҙа эйәһеҙ эттәр өсөн муниципаль приютҡа «Мине өйгә алып ҡайт» сираттағы ярҙам акцияһы үтте.

Урамға ташланған хайуандарҙың яҙмышына битараф булмаған ҡала кешеләре, ситтә ҡалманы. Ял көндәренә һәм пландарға ҡарамаҫтан, Октябрьский халҡы ҡала баҙарына килеп, улар өсөн аҙыҡ-түлек килтерҙе.

Был юлы приют запасын ҡала халҡы 103 килограмм ярма, 130 килограмм ит менән тулыландырҙы.

Приют ирекмәндәре 6500 һум аҡса йыйҙы.

Әгәр һеҙҙең янда тоғро дуҫығыҙ булыуын теләһәгеҙ, муниципаль приютҡа барып ҡайтығыҙ, унда мөхәббәткә һәм наҙға мохтаж эттәр  күп. Һеҙ унда ысынлап та тоғро йән эйәһен табасаҡһығыҙ!

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: