-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
19 Ғинуар 2023, 11:03

Шаран районында прокуратура талабы буйынса өс етәксе эштән бушатылды

Шаран районы прокуратураһы коррупцияға ҡаршы тороу тураһында закондарҙың күҙәтелеүен тикшерҙе.

Прокурор ҡарарына нигеҙ булып район мәҙәниәт йорто һәм үҙәк китапхана етәкселәре «мутлашыу» статьяһы буйынса енәйәт эштәрендә ғәйепләнә. Судта билдәләүҙәренсә, хөкөм ителеүселәр үҙҙәренә 650 мең һумдан ашыу премия яҙған. Бюджет-финанс учреждениеһының тағы бер етәксеһе шәхси транспортты заправкалау өсөн эш картаһын ҡулланған.

Шуға бәйле прокуратура район хакимиәте башлығына ышанысты юғалтыуға бәйле вазифалы кешеләрҙе эштән бушатыу тураһындағы мәсьәлә ҡарауҙы талап итеп күрһәтмә индерә.

Прокуратура тарафынан саралар күреү актын үтәү өсөн үрҙә күрһәтелгән нигеҙ буйынса был ике хеҙмәткәр эшенән бушатыла.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: