+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
30 Ноябрь 2022, 16:44

Туймазыла «Тәбиғәт күңеле» конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтәсәк

Әҙәби бәйгелә бөтә Рәсәйҙән яҙыусылар ҡатнашты.

2 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 3-тә Туймазы дәүләт татар драма театрында «Тәбиғәт күңеле» бөтә Рәсәй әҙәби премияһы еңеүсеһен һәм дипломанттарын бүләкләү тантанаһы уҙа.

Был премияны тәбиғәт, хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүсе авторҙарҙы дәртләндереү өсөн «Рәсәй Яҙыусылар союзы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы, Туймазы районы хакимиәте, Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе һәм «Нерал» компанияһы төркөмө булдырған.

Конкурс ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты - Рәсәйҙең тиҫтәләгән төбәктәренән һәм бер нисә сит илдән 257 ғариза килде.

Жюри составында - Рәсәйҙең профессиональ яҙыусылары. Улар араһында билдәле яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, РФ Президентының Дәүләт премияһы лауреаты Камил Йыһаншин да бар.

+ 6

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: