Был аҙнала Серафимовка һәм Түбәнге Троицк ауылдарындағы өс мәктәп өҫтәмә дезинфекцияға ябылды.
Роспотребнадзорҙың Туймазы районындағы территориаль бүлеге етәксеһе Әлфиә Ғәйнанова хәбәр итеүенсә, йома дистанцияны дүшәмбегә тиклем оҙайтырға хәл ителде.
- Эпидемиологик тикшеренеү дауам итә, әммә әле үк ике ауылдың мәктәптәренә ҡуйылған тоҙаҡтар буш булған тип әйтергә мөмкин. Мәктәптә сысҡан юҡ, - тине ул. - Шулай ҙа районда йәшәүселәрҙең барыһына ла сысғандарҙы юҡ итеү буйынса саралар күрергә кәрәк. Йорттарҙа һәм хужалыҡ ҡаралтыларында тоҙаҡ ҡуйырға, елләтеү юлдарын ябырға, подвалдарға быяла ҡуйырға кәрәк.
25 ноябргә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, район дауаханаларында геморрагик биҙгәккә шик менән 89 кеше ята, уларҙың 18-е - балалар.