+20 °С
Дождь
События и факты
23 Ноября 2022, 07:19

Шаран районында «Айыҡ ауыл 2021» конкурсы сиктәрендә йәмәғәт объекттарын асыу тантанаһы үтте

«Айыҡ ауыл-2021» республика проекты уңышлы тормошҡа ашырылды. Шаран районының Йәрәмкә ауылында «Айыҡ ауыл 2021» конкурсында еңеү сиктәрендә йәмәғәт объекттарын асыу тантанаһы үтте.

Йәрәмкә ауылы халҡы Закир Хади һәм Дуҫлыҡ урамдарындағы юлдарҙы ремонтланы, Сабитов Сәлих аллеяһы ултыртылған урында һәм «Яҡтыкүл» быуаһында арт-объекттар ҡуйылды, халыҡтың ялы өсөн өс беседка ҡуйылды һәм балалар майҙансығын төҙөлдө. Еңеү өсөн бирелгән 3000000 һум сумма ауылды төҙөкләндереү өсөн тулыһынса файҙаланылды.
Тантаналы сарала почетлы ҡунаҡтар - Шаран районы муниципаль район башлығы Фидан Ишемғолов, 13 тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы, 18 тапҡыр донъя чемпионы, 43 тапҡыр Европа чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, VIII саҡырылыш Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты, Шаран районында тыуып үҫкән Рима Баталова, "Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)" Халыҡ-ара йәмәғәт берләшмәләре союзы Президиумы рәйесе, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты, йәмәғәт эшмәкәре Эльвира Айытҡолова һәм бик күп башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
Байрам көндә ремонтланған Закир Хәҙи урамында парад үтте. Унда күп балалы ғаиләләр, уҡыусылар һәм уҡытыусылар, Йәрәмкә ауылы тарихи-мәҙәни үҙәгенең ижади коллективтары ҡатнашты. Артабан парадты шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың еңел автомобилдәре һәм шәхси эшҡыуар Ғ.Ғ. Фәйзуллин исемендәге крәҫтиән-фермер хужалығының техникаһы биҙәне.
Яңы ижтимағи объекттарҙы асыу хоҡуғы абруйлы ҡунаҡтарға һәм Ғәниевтар ғаиләһе - Рәил менән Рауилгә, уларҙың алты балаһына бирелде.
«Айыҡ ауыл 2021» проектын ғәмәлгә ашырыу барышында иҫке сауҙа нөктәһе урынында күптән көтөлгән балалар майҙансығы барлыҡҡа килде. Был урын шунда уҡ балалар тауышына күмелде. Ата-әсәләр һәм йәмәғәт ойошмалары өйҙә бешереп алып килгән тәм-том менән байрам өҫтәле ойошторҙо, усаҡта ете ярманан былау һәм бутҡа бешерҙеләр. Самауырҙы ла тоҡандырып ебәргә өлгөрҙөләр.
Почетлы ҡунаҡтарға был көндө тағы бер объект - Сабитов Сәлих урамында «Реаль эштәр» проекты буйынса һыу үткәргесте асыу хоҡуғы бирелде.
Байрамда ҡатнашыусылар Йәрәмкә ауылы эргәһендәге Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәйкәленә сәскәләр һалды. Шулай уҡ ҡунаҡтар этнография музейында һәм ауыл клубында «Ҡатын-ҡыҙ ижады» күргәҙмәһе менән танышты.
- Ойоштороусыларға, халыҡҡа һәм абруйлы ҡунаҡтарға беҙҙең өсөн ошондай тантаналы сарала ҡатнашҡандары өсөн ҙур рәхмәт! Дуҫтар! Сәләмәт тормош алып барығыҙ һәм мотлаҡ конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүгә өлгәшегеҙ! Ә беҙ киләһе бейеклектәрҙе яуларға барабыҙ! – тип билдәләне Ләйсән Ғибатова, Шаран районы Дүртөйлө ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас