Өфөлә Башҡортостандың 41 табибына Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы - Лука Крымский миҙалы тапшырылды. Бүләкләнеүселәр иҫәбендә - Туймазы үҙәк район дауаханаһы кардиологы Наилә Муллағәлиева. Ул юғары категориялы табип, Туймазы үҙәк район дауаханаһында 21 йыл эшләй. Миҙал танылған хирург, Симферопол һәм Крымский Лука архиепискобы хөрмәтенә аталған. Ул граждандарҙың һаулығын һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары, шул иҫәптән медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороуға һәм йәмәғәт сәләмәтлеген нығытыуға ҙур өлөш индергән табиптарға, урта һәм кесе медицина персоналына, шулай уҡ төрлө медицина ойошмаларының башҡа хеҙмәткәрҙәренә бирелә.