Яңы асфальтты туранан-тура ҡарға һалыуҙарын күргән кадрҙар Туймазы районы халҡының социаль селтәрҙәрен урап сыҡты.
Видеояҙма авторы раҫлауынса, Ҡыҙыл-Бүләк менән Иҫке Туймазы ауылы араһына асфальт түшәлә. Шул уҡ ваҡытта урамда һауа температураһы -10 градустан юғары түгел. Иҫке Туймазы ауыл советында нефтселәрҙең юл эштәре менән шөғөлләнеүен аңлаттылар. Ремонт эштәрен улар йәйгеһен башлаған, әммә бөтә соҡорҙарҙы эшләп өлгөрмәгән.