+21 °С
Облачно
События и факты
15 Ноября 2022, 07:39

Октябрьскийҙан йәш вахтасы ҡатыны менән бергә өс сит ил машинаһы менән ҡот осҡос юл фажиғәһенә эләгә һәм урында һәләк була

Авария Өфө-Бөрө-Яңауыл трассаһында теркәлгән.

Бер юлы 3 сит ил машинаһы бәрелешкән, Октябрьскийҙан 30 йәшлек вахтасы һәләк булған. Уның машинала ултырған 24 йәшлек ҡатыны иҫән ҡалған, әммә йәрәхәттәр алған һәм әле дауаханала ята. Был хәл 13 ноябрҙә көндөҙ Үгеҙ ауылы янындағы трассала булған. Юл-транспорт ваҡиғаһының шаһиттары һүҙҙәренсә, Мишкә районынан 24 йәшлек ир Hyundai Accent автомобилендә машиналарҙы уҙып китергә була. Ләкин Hyundai Elantra (Айҙар М. һәм уның 24 йәшлек ҡатыны Нина ултырған машина) менән бәрелешә.

Бәрелешеүҙән автомобиль әйләнгән, һуңынан ул ҡаршыға килгән Kiа Rio машинаһы менән бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә Айҙар үлемесле йәрәхәттәр алған.

Һәләк булған Айҙар М. туғандары әле һаман был хәлгә ышана алмай. Ул яҡшы ғаилә башлығы - яратҡан ҡатын һәм ике йәшлек ҡыҙының хәстәрлекле атаһы булған.

Хәҙер авария сәбәптәрен һәм шарттарын юл полицейскийҙары асыҡлай. Яҡынса версия буйынса, авария бер машинаны уҙып китеүе арҡаһында килеп сығыуы ихтимал. Был көндө юлдарҙа ҡар яуыуы сәбәпле ныҡ тайғаҡ булған, шуға күрә тиҙлекте арттырыу һәм хәүефле маневрҙар арҡаһында фажиғәгә килтергән, тип билдәләй шаһиттар.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас