Шулай уҡ лаборатория биләмәһендә ҡулланыу өсөн әҙер 10 килограмм марихуана табылған, был 300 мең доза тәшкил итә.
Яҡынса баһалар буйынса, тартып алынған наркотик матдәләрҙең хаҡы - 83 миллион һумдан ашыу.
Лабораторияны ойоштороусыларҙы ике айға һаҡ аҫтына алғандар. Уларға ҡарата «Наркотик матдәләрҙе законһыҙ етештереү, һатыу йәки һалып ебәреү» статьяһы буйынса енәйәт эше асылған. Уға яза - 15-20 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү.