+22 °С
Ясно
События и факты
14 Ноября 2022, 05:27

Туймазынан мобилизацияланғандарға тәүге түләүҙәр килде

Яугирҙәр был яңылыҡ тураһында туғандарына һәйләне.

Октябрь уртаһында Туймазынан Пенза өлкәһенә мобилизациланғандар ошо көндәрҙә тәүге түләүҙәрен ала башланы. Аҡса ВТБ карталарына күсерелә. Был турала яугирҙәрҙең туғандары һөйләй.

- Улым шылтыратып, тәүге суммалар килә башланы, кемгә - 50 мең, кемгә 89, ә кемгә 170 мең һум килеүен әйтте. Барыһы ла мобилизация ҡасан башланыуына, ниндәй дәрәжәлә булыуына бәйле. Улым октябрь уртаһында китте. Барыһы ла һәйбәт, тине.

Көн һайын хәрби әҙерлек буйынса уҡыуҙар үтә. Уларҙы хәрби офицерҙар, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар алып бара. Атыу, физик әҙерлек, тактик күнекмәләр. Яҡшы ашаталар. Улар менән медицина хеҙмәткәрҙәре эшләй. Яңыраҡ улыма гепатит һәм тифынан прививка эшләгәндәр. Интернеттан юҡ-барҙы уҡымаҫҡа ҡушты. Кейем-һалым, аяҡ кейеме һәм ашатыу яҡшы,тине.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас