Быйыл Туймазы йәмәғәтселәре конкурсҡа нигеҙ һалыусыларҙың береһенең исемен бирергә тигән тәҡдим индерҙе. Тантаналы шарттарҙа, хәҙер «Оҙон көй» рәсми рәүештә атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәхи Хисмәтуллин исемен йөрөтә, тип иғлан ителде. Конкурстың еңеүсеһе - Учалынан 35 йәшлек Илдар Ямалов.
- «Оҙон көй» конкурсында мин тәүге тапҡыр 2007 йылда Учалы сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң ҡатнаштым, - тип һөйләне еңеүсе. - Ул саҡта мин ҡатнашыусы дипломы ғына алдым. Яйлап ҡына үҙ тауышым өҫтөндә эшләй башланым. Башҡортостандың халыҡ артисы Абдулла Солтанов менән шөғөлләнеү миңә ныҡ ярҙам итте. Ул мине башҡорт халыҡ оҙон көйҙәрен башҡарырға өйрәтте. Әйткәндәй, бөгөн мин уның яратҡан йырын - «Буранбай»ҙы башҡарҙым. Һәм бына 15 йылдан һуң мин - еңеүсе.
Илдар сығышы менән музыкаль ғаиләнән. Уның атаһы - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ринат Ямалов - вокаль ансамблде етәкләне. Әйткәндәй, Илдарҙың бер туғаны Илшат та тормошон музыка менән бәйләгән.
Ямалов өсөн музыкаль бәйгеләрҙә был беренсе еңеү түгел. 2013 йылда ул - «Алтын доға» конкурсында Гран-при, 2014 йылда «Урал дуҫтарын йыя» халыҡ-ара конкурс-фестивалендә Гран-при, 2017 йылда «Ирәндек моңдары» төбәк-ара башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсы профессионалдары араһында беренсе урын алды, ә 2019 йылда «Башҡорт һандуғасы» республика башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсында Гран-при яуланы.
+6