Йәйен Диана «Башҡортостан-әсәй» эшен «Петербург артлицей. Тыуған ил ҡайҙан башлана?» конкурсына ебәрә. Йәш таланттарҙың йөҙәрләгән картиналары араһында Диананың эшен юғары баһаланылар. Уны 132 бала иҫәбендә Санкт-Петербургка саҡырғандар.
Дүрт көн буйына уҡыусылар һынлы сәнғәт өлкәһендә үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте. Икенсе этап аҙағында оҫталыҡ һәм юғары ҡаҙаныштар өсөн уға диплом бирәләр.
Диана Туймазы ҡалаһының балалар художество мәктәбендә уҡый һәм Рәсәй художество академияһы ҡарамағындағы Мәскәү үҙәк художество мәктәбендә онлайн-дәрес үтә.