+19 °С
Дождь
События и факты
3 Ноября 2022, 05:19

Туймазы гимназистары мобилизацияланған яҡташтары өсөн китаптар алып килгән

Туймазыла гуманитар ярҙам йыйыу пункты «Ровесник» йәштәр клубы базаһында урынлашҡан. Яңыраҡ посылкаларҙың сираттағы партияһы мобилизацияланғандарға китеп барҙы

Рәсми әйберҙәр йыйыу пункты урынлашҡан «Ровесник» клубына кешеләр аҙыҡ-түлек, кейем-һалым һәм медикаменттар килтереүен дауам итә. 1-се гимназиянан Шайморатов исемендәге класс кадеттары килде. Улар алты посылка килтергән. Адресаттар араһында-уҡыусыларҙың атайҙары, гимназияның бер уҡытыусыһының тормош иптәше.

- Беҙ гимназиянан ярҙам килтереү хөрмәте тейгәнгә бик шатбыҙ, - ти балалар. – Был әйберҙәр яугирҙарыбыҙ өсөн файҙалы булыр, тип ышанабыҙ. Уларға тиҙерәк иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. – Беҙгә гуманитар ярҙам йыйырға бик күп бала һәм ата–әсәләр ҡушылды, - тип һөйләй гимназия директоры Румил Әйүпов. - Беҙ артабан да әйберҙәр йыйыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Ошо көндәрҙә гимназияға яҙыусы Камил Йыһаншин килде, ул яугирҙарға бер нисә китабын тапшырҙы. Беҙ уның теләген үтәнек.

Директор гимназистарҙың хеҙмәт дәрестәрендә мобилизацияланғандар өсөн эске кейем тегеү пландары хаҡында һөйләне. Ата-әсәләр кәрәкле материал килтергәс, өлкән класс уҡыусылары технология уҡытыусыһы менән бергә эшкә тотонасаҡ.

Гимназистарҙан һуң медицина колледжы студенттары һәм уҡытыусылары килде. Улар бер тапҡыр ҡуллана торған йүргәктәр, простынялар, консервалар килтергән. Ә учреждение вахтеры Татьяна Камалетдинова йөн ойоҡбаштар бәйләгән. Ҡандра ауылынан 11 ҡумта алып ҡайттылар, уларҙы «Юбилей» мәҙәниәт һәм «Эҙләү» клубы хеҙмәткәрҙәре йыйҙы.

- Беҙҙең ауыл советынан 38 кеше махсус операцияға күсте, - тине Юрий Бирюзов. – Ҡандралылар гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша, тиҙҙән тағы ла килербеҙ.

Автор:Айгуль Ахметьянова
Читайте нас