+11 °С
Ясно
События и факты
3 Ноября 2022, 05:06

Башҡортостанда Рәсәй тимер юл объекттарында диверсия ойошторған студенттарҙы тотҡандар

Өфөгә башҡа дәүләттәрҙән уҡырға килгән йәштәр электротехник ҡорамалдарҙы сафтан сығарырға  теләгән

Башҡортостанда ике 18 йәшлек студент тотолған. Улар Тажикстандан һәм Азербайжандан уҡырға килгән. Сит ил кешеләрен стратегик мөһим объекттарҙа диверсия ҡылыуҙа ғәйепләйҙәр. Улар юл үткәргестәрҙә электротехник ҡорамалдарҙың эшен сафтан сығарырға  теләгән. Сираттағы енәйәтте әҙерләү барышында уларҙы хоҡуҡ тәртибе вәкилдәре ҡулға алды. Йәштәрҙең белдереүенсә, улар халыҡты ҡурҡытыу өсөн ризаһыҙлыҡ белдергән. Бының өсөн уларға иркенән мәхрүм ителеү янай. «Енәйәт ҡылыуға әҙерлек» һәм «Террористик акт» статьялары буйынса егеттәргә 20 йылға тиклем колония яный.

Автор:Айгуль Ахметьянова
Читайте нас