+24 °С
Ясно
События и факты
2 Ноября 2022, 08:17

Туймазыла ата-әсәләр балаларының тыуыу тураһында таныҡлығын онлайн рәсмиләштерә

Башҡортостанда электрон формала тыуыу тураһында 500 таныҡлыҡ тапшырылған, шуларҙың 60-ы - Туймазы районында

Хәҙер төбәктә атай-әсәйҙәр балаһының тәүге документын дәүләт хеҙмәттәре порталында рәсмиләштерә ала. Шул уҡ ваҡытта ЗАГС-ҡа барып йөрөргә кәрәкмәй. Баланың тыуыу тураһында медицина документтарын суперсервисҡа ебәреп, был хеҙмәттән өйҙән файҙаланырға мөмкин.

Әгәр ата-әсәләр, порталда ғариза биреп, герб документын алырға теләһә, тыуыу тураһында ҡағыҙ таныҡлыҡ алырға теләгәнде раҫлаған пунктты һайларға кәрәк. Уны ЗАГС бүлегендә алырға мөмкин. Башҡортостан Дәүләт юстиция эштәре комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, онлайн-сервис эшләй башлағандан алып төбәктә электрон формала тыуыу тураһында 500 таныҡлыҡ тапшырылған. Дәүләт хеҙмәттәре аша документтар тапшырыуҙың иң күбе Өфөнөң өс районының ЗАГС бүлектәрендә, шулай уҡ Туймазы районында теркәлгән. Туймазыла тыуған 60 баланың ата-әсәһе ошондай хеҙмәт менән файҙаланған да инде.

 

Автор:Айгуль Ахметьянова
Читайте нас