Рәсәй президенты Владимир Путин хөкүмәткә Сит ил эштәре министрлыгы, Эске эштәр министрлығы һәм Федерацияның именлек хеҙмәте менән берлектә сит ил кешеләре өсөн визаһыҙ режим урынлаштырыу буйынса тәҡдимдәрҙе үҙ-ара эшсәнлек принцибынан тыш әҙерләргә ҡушты. Был хаҡта Кремль сайтында баҫылған Дәүләт Советы президиумы ултырышы йомғаҡтары буйынса йөкләмәләр исемлегендә бәйән ителә.
Президент шулай уҡ күп тапҡыр ҡулланылыусы туристик визаларҙың ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтыу мөмкинлеген өйрәнергә ҡушты. Йөкләмәләрҙең шул уҡ исемлегендә Путин Рәсәй менән сит илдәр араһында авиаташыуҙар күләмен арттырыу буйынса тәҡдимдәр индерергә бойорҙо. Ведомстволар дәүләт башлығы алдында 2023 йылдың 1 июненә тиклем отчет бирергә тейеш. Йөкләмәләрҙең үтәлешен күҙҙә тотоу буйынса яуаплылыҡ премьер Михаил Мишустинға, Сит ил эштәре министрлығы башлығы Сергей Лавров, Эске эштәр министрлығы башлығы Владимир Колокольцев һәм Федерацияның именлек хеҙмәте директоры Александр Бортниковҡа йөкмәтелде.