+19 °С
Ясно
События и факты
31 Октября 2022, 13:42

Башҡортостанда эшҡыуарҙар өсөн күп функциялы үзәктең ике офисында ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре өлкәһендә яңы хеҙмәттәрҙән файҙаланырға мөмкин

31 октябрҙән Стәрлетамаҡ һәм Туймазы ҡалаларында урынлашҡан «Минең документтарым» күп функциялы үҙәге офистарында ике яңы муниципаль хеҙмәт күрһәтеү ойошторолған.

Был хеҙмәттәр муниципаль милектәге ерҙәрҙе йәки ер участкаларын файҙаланыуға бәйле. Стәрлетамаҡ ҡалаһының күп функциялы үзәгендә муниципаль милектә булған ер участкаһын биреүҙе алдан ҡарау буйынса хеҙмәт күрһәтелә. Туймазы ҡалаһының күп функциялы үзәгендә ер участкаларын бер категориянан икенсеһенә күсереү хеҙмәтен рәсмиләштерергә мөмкин.

«Хеҙмәт алыусылар булып физик, юридик шәхестәр һәм шәхси эшҡыуарҙар сығыш яһай ала. Мөрәжәғәт итеү маҡсатына ҡарап, документтар пакеты айырыла, шуға күрә белгестәребеҙ менән алдан кәңәшләшергә кәңәш итәм», — тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының күп функциялы үзәге директоры урынбаҫары Эльвира Ғәбдрәхимова.

Документтар исемлеге менән күп функциялы үзәктең рәсми сайтында ла танышырға мөмкин mfcrb.ru

«Хеҙмәтләндереүҙәр» бүлегендә йәки бәйләнеш үҙәге телефондары буйынса +7 (347) 246-55-33, +7 (927) 3333-100.

Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы күп функциялы үзәк офистарының адрестары: Хоҙайбирҙин урамы, 83 һәм Октябрь проспекты, 71.

Туймазы ҡалаһындағы күп функциялы үзәк офисының адресы: С.Юлаев урамы, 69А.

Автор:Айгуль Ахметьянова
Читайте нас