"Һаулыҡ Һаҡлау сәғәте" сиктәрендә һәр хакимиәт башлығына табиптар йәлеп итеү бурысын йөкмәтәбеҙ. Был уларҙың эш һөҙөмтәлелеген баһалау критерийы буласаҡ. Йыл һайын беҙ юғары уҡыу йорттарынан бер нисә йөҙ табип уҡытып сығарабыҙ. Уларҙың яртыһы ғына республика поликлиникаларына һәм дауаханаларына китһә лә, мәсьәлә хәл ителәсәк. Эшләү өсөн ҡоралдар бар», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе.
2021 йылдың аҙағында, пандемия осоронда дауаханаларҙан һәм поликлиникаларҙан оло йәштәге табиптар һәм урта медицина персоналы киткәнгә күрә табиптар һаны буйынса ыңғай динамика тотҡарланыу күҙәтелә, тип иҫкә төшөрҙө төбәк башлығы. Медицина хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ тар белгестәр өсөн «Ауыл фельдшеры», «Ауыл табибы» кеүек ярҙам саралары күрелде.