+14 °С
Облачно
События и факты
28 Октября 2022, 12:11

Радий Хәбиров менән тура элемтәлә Дуҫлыҡ ауылы халҡы яңы «Спутник» ҡаҫабаһында физкультура-һауыҡтырыу комплексын ҡасан төҙөп бөтөүҙәре менән ҡыҙыҡһынды

Туймазы районы хакимиәтенең сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт һәм элемтә бүлеге начальнигы Илдар Еникәйев, йыл аҙағына тиклем объектты «Стройнадзор» белгестәре ҡарарға тейеш, тип хәбәр итте.

Улар төҙөлөш эштәрен башҡарыу сифатын баһалаясаҡ. Шунан һуң объектта эштәр уларҙың иҫкәрмәләрен иҫәпкә алып дауам итәсәк.

ФОК төҙөлөшөн 2023 йылдың икенсе ярты йыллығында тамамлау күҙаллана.

 

Автор:Айгуль Ахметьянова
Читайте нас