+24 °С
Дождь
События и факты
28 Октября 2022, 08:17

Хәбиров менән тура элемтә: Ҡандра халҡына Луговая урамы буйлап юл кәрәк

Луговая урамы Ҡандра ауылының яңы биҫтәһендә урынлашҡан. Радий Хәбиров менән тура элемтәгә Ҡандра ауылының Луговая урамында йәшәүселәрҙән һорау килде

Ауыл халҡы ҡасан юл һалыуҙары менән ҡыҙыҡһына. Ҡандра ауыл советы башлығы Рил Рафиҡов әйтеүенсә, урамда туғыҙ участка бүленгән, әммә торлаҡ йорт уларҙың береһендә генә төҙөлгән. Быйыл урамға юл һалынмаясаҡ - финанслау юҡ. Йыл һайын Туймазы районының тораҡ пункттарында, шул иҫәптән Ҡандра ауылында юлдарҙы ремонтлау территориаль заказ һәм «Башҡортостан Республикаһының ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә республика бюджеты иҫәбенә башҡарыла. Киләһе йылда Ҡандра ауылындағы юлдарҙы ремонтлауҙы финанслау буйынса заявканы ҡабаттан ебәрәсәктәр, шулай уҡ территориаль заказ сиктәрендә автомобиль юлдарын ремонтлау һәм күтәртеү дауам иттереләсәк.

Автор:Айгуль Ахметьянова
Читайте нас