+31 °С
Ясно
События и факты
28 Октября 2022, 17:36

Башҡортостан башлығы терроризмға ҡаршы көрәш комиссияһы ултырышын үткәрҙе

Республика Башлығы Радий Хәбиров республиканың терроризмға ҡаршы көрәш комиссияһының сираттағы ултырышын үткәрҙе

Йәштәрҙе һәм үҫмерҙәрҙе деструктив эшмәкәрлеккә йәлеп итеүгә ҡаршы эш итеү сараларын тикшерҙеләр. Радий Хәбиров профилле структураларға иҫкәртеү эшен көсәйтеү буйынса саралар күрергә, уҡыу йорттарын видеокүҙәтеү һәм контроль системалары менән йыһазландырыуҙы дауам итергә ҡушты. Үҫеп килеүсе быуындың психик һаулығына айырыуса иғтибар бүлергә кәрәклегенә баҫым яһалды. Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итеүенсә, белем биреү учреждениелары биналары эсендә һәм периметры буйынса хәүефһеҙ контур булдырыла, улар хәүефле төймәләр, видеокүҙәтеү, инеүҙе контролдә тотоу системалары менән йыһазландырыла. Был эштәр төбәк бюджетынан йыл һайын 200 миллион һумға финанслана.

Шулай уҡ ултырышта социаль учреждениелар һәм власть органдары хеҙмәткәрҙәренең йәмғиәттәге экстремистик күренештәргә ҡаршы тороу өлкәһендә һөнәри әҙерлеген камиллаштырыу тураһында һөйләштеләр.

 

Автор:Айгуль Ахметьянова
Читайте нас