+20 °С
Облачно
События и факты
27 Октября 2022, 04:55

Ҙур бәхет

Миңә БДУ-ның Бөрө филиалында уҙған мари халҡының I съезының 105 йыллығына һәм физика - математика фәндәре докторы Усманов Салауат Мөҙәрис улы иҫтәлегенә арналған саралар сиктәрендә "Полимәҙәниәт киңлегендә мәҙәниәт һәм мәғариф үҫешенең хәҙерге аспекттары" төбәк - ара фәнни - ғәмәли конференцияла ҡатнашыу бәхете тейҙе.

Юғары уҡыу йорто фойеһында "Мари халҡы: традициялар һәм замансалыҡ" декоратив - ҡулланма ижад күргәҙмәһе ойошторолғайны.

   Конференцияла ҡатнашыусыларға рус һәм мари телдәрендә сәләмләү һүҙҙәре менән Рәсәйҙең мари милли-мәҙәни автономияһының ревизия комиссияһы рәйесе Александр Ғайсин, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто дәүләт бюджет учреждениеһы директоры Флүзә Ғайсина, "Мер Канаш" бөтөн мари советы рәйесе Эдуард Васильевич Александров, БР - ҙағы "Эрвел Марий" төбәк мари милли-мәҙәни автономияһының башҡарма директоры Радион Плотников, Бөрө районы "Виче мари" мари милли - мәҙәни үҙәге рәйесе Дмитрий Ибашев, "Чолман" гәзите баш мөхәррире - БР "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто ДУП филиалы Игорь Ғөбәйев сығыш яһаны.

   Докладтар менән тарих фәндәре кандидаттары, БДУ-ның Бөрө филиалы тарих, философия һәм социаль - гуманитар фәндәр кафедраһы доценттары Игорь Гәрәев һәм Риаз Мәсәлимов сығыш яһаны.

-Съезд үткәреү урынын һайлау осраҡлы түгел, мари халҡының I съезы 15-28 июлдә (яңы стиль буйынса 27 июль-7 август) Бөрөлә һәм тап фәнни-ғәмәли конференция үткәрелгән бинала уҙа, - тип хәбәр итте БДУ-ның Бөрө филиалы директоры Винер Ғәниев.

  Конференция Тарих, мәҙәниәт, мари теле һәм әҙәбиәтенең актуаль мәсьәләләре"," Хәҙерге күп телле белем: тәжрибә һәм перспективалар", "Глобалләштереү осоронда белем биреү, үҫеш перспективалары һәм мөмкинлектәре " секциялары буйынса эшләне.

   Конференция темаһы дискуссияла ҡатнашыусыларҙың фәнни мәнфәғәттәрен билдәләне. Ул шаҡтай киң булып сыҡты : тарих һәм ижтимағи хәрәкәт проблемалары, хәҙерге мәҙәни киңлектә мари теле һәм әҙәбиәте, заманса белем биреү һәм мәҙәниәт.

   Форумда ҡатнашыусылар мариҙарҙың l Бөтә Рәсәй съезына арналған иҫтәлекле таҡтаға сәскәләр һалды, БДУ-ның Бөрө филиалы картиналар галереяһында "Башҡортостан рәссамдары- мари халҡының l Бөтә Рәсәй съезының 105 йыллығына"  күргәҙмәһендә булдылар.

  Елена Юсаева,

Туҡбирҙе мәктәбе уҡытыусыһы

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас