+18 °С
Облачно
События и факты
27 Октября 2022, 18:43

Башҡортостан етәксеһе Луганск-Донецк халык республикаһына эшкә күсеү тураһындағы имеш-мимештәргә асыҡлыҡ индерҙе

 Тура элемтә барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ашығыс отставкаға китеү һәм эшен алмаштырыу, ЛДНР-ҙа етәксе вазифаһына күсеү ихтималлығы тураһындағы һорауға яуап бирҙе.

«Коммерсант-Өфө» журналисы Булат Бәширов республика етәксеһенә ошондай тәҡдимдәрҙең килгәнме, юҡмы икәнлеге менән ҡыҙыҡһынды.

— Мин был һорауға яуап биргәйнем инде, бер ниндәй яңылыҡ та әйтә алмайым — мин үҙ эшемә хеҙмәткә кеүек ҡарайым, ул минең «дәүләт хеҙмәте» тип атала ла. Дәүләт хеҙмәте сиктәрендә миңә ниндәйҙер икенсе эштәр менән шөғөлләнергә ҡушылһа, мин ниндәйҙер икенсе эштәр менән шөғөлләнәсәкмен. Һәр нормаль кеше һәм ир-егет шулай ҡоролган.

Мин һайланған етәксе, һәм мин ҡайҙалыр барам, мин булмаясаҡмын тигән һүҙҙәрҙе әйтеүе генә еңел. Сөнки халыҡтың бер өлөшө миңә ышанған, кешеләрҙең бер өлөшө республиканың үҫешен минең менән бәйләй. Миңә был ҡәҙерле һәм мөһим. Бойороҡ булһа –шинель кейербеҙ, ҡайҙа ҡушһалар, шунда барырбыҙ. Әлегә мин республика башлығы Булып эшләйем һәм бер ҡайҙа ла йыйынмайым, - тине Радий Хәбиров.

 

Автор:Айгуль Ахметьянова
Читайте нас