+14 °С
Облачно
События и факты
26 Октября 2022, 07:23

Һәр ғаилә үҙ торлағы тураһында хыяллана

Уны тормошҡа ашырырға социаль программалар ярҙам итә, уларҙың сиктәрендә ғаиләләр торлаҡ проблемаларын хәл итеү өсөн түләүҙәр ала.

Ошо көндәрҙә район хакимиәтендә ер участкаһы урынына бер тапҡыр бирелә торған сертификаттар тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Уларҙы өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 27 ғаилә алды. Уларҙың барыһы ла 2014 йылдың 7 авгусынан 2016 йылдың 1 декабренә тиклемге осорҙа ер участкалары алыуға иҫәпкә торған.

Аҡсаны ипотеканы ҡаплауға, әҙер торлаҡ һатып алыуға, йорт төҙөүгә тотонорға мөмкин. Воздвиженка ауылынан Ғәлимовтар ғаиләһендә дүрт ҡыҙ. Олоһона - 15, кесе Әминәгә өс йәш. Дәүләттән алынған аҡса иҫәбенә ғаилә торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә ниәтләй.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас