+14 °С
Облачно
События и факты
24 Октября 2022, 08:41

Туймазы трассаһында еңел машина күп тонналыҡ машина менән бәрелешкән

Кисә Туймазы районының Ҡандра ауылынан алыҫ түгел ерҙә еңел машина йөк машинаһы менән бәрелешкән.

Миәкә районында йәшәгән ир ВАЗ-21100-ҙә М-5 трассаһы буйлап Өфө ҡалаһы яғына йүнәлгән була. Юлда маневр яһарға маташҡанда, ул иғтибарһыҙлығы арҡаһында аварияға эләгә. Ул «Скания» автомашинаһына бәрелә. Ике транспорт сараһы ла механик йәрәхәтләнгән.

18 йәшлек еңел машина водителе лә зыян күргән, уның һул аяғы һынған. Ул Туймазы үҙәк район дауаханаһына оҙатылған.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас